Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә үтәсәк БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуының аныҡ датаһы билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуы 2016 йылдың 25-26 ғинуарында уҙасаҡ. Был хаҡта журналистар менән аралашҡанда Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин хәбәр итте. Ул Женевала Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы Генераль конференцияһының 104-се сессияһында ҡатнашты. Был хаҡта БРИКС саммитының рәсми порталы хәбәр итә.

«БРИКС берекмәһендә беҙҙең рәйеслек, киләһе йылдың 25-26 ғинуарында Өфөлә хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуына ҡағылышлы бик яҡшы презентация булды, — тип һөйләне Сергей Вельмяйкин. — Беҙ Рәсәйҙең рәйеслеге концепцияһына ҡарашыбыҙҙы белдерҙек, яҡын арала башҡарасаҡ эштәр хаҡында һөйләнек. Барыһы ла был сараларҙы хупланы. Бынан тыш, Ҡытай министры бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә тәҡдим итте».

Сергей Вельмяйкин билдәләүенсә, социаль партнерҙар — профсоюздарҙың, шулай уҡ эш биреүселәрҙең берлектә эш алып барыу буйынса ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур. «Был һорау көн тәртибендә тәүге урында буласаҡ, тип белдерҙек, һәм Өфөлә тәҡдим иткән программа сиктәрендә эш биреүселәр һәм профсоюздар ҡатнашлығында форумдар үткәрәсәкбеҙ», — тип Рәсәй хеҙмәт министрының беренсе урынбаҫарының һүҙҙәрен килтерә БРИКС саммитының рәсми порталы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть