4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июнь 2015 йыл, 14:35

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы башлығы Башҡортостан блогерҙарының фаразын раҫланы

фото: газета.ru

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Башҡортостан блогерҙарының фаразын раҫланы. 21 мартта «Газета.ru» сайтында уның шәхси архивынан алынған фотолар баҫылғайны. Шуларҙың береһендә социаль селтәр менән файҙаланыусылар Ағиҙел йылғаһындағы ҡаяны — «Башҡортостан» милли паркында урынлашҡан иҫтәлекле урынды танып ҡалды.

Рәсәй тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Сергей Лавров төшкән фотоһүрәттә Өс башлыҡ ҡаяһы күренә, ул Ағиҙел йылғаһы үрендә, «ҡырағай» туризм өсөн популяр булған ерҙә урынлашҡан.  Селтәрҙәге һүрәттәрҙе сағыштырып ҡарағас, бер ниндәй ҙә шик ҡалмай — фотоһүрәт Башҡортостанда төшөрөлгән, ҡаяла (һулдан уңға) Карл Маркс, Фридрих Энгельс, Владимир Ленин һүрәтләнгән.

— Был фото үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында — 90-сы йылдар башында Ағиҙел йылғаһында төшөрөлгәндер, моғайын, — тип хәбәр итте Сергей Лавров «Башинформ» агентлығына. — Ул йылдарҙа беҙ даими рәүештә Ағиҙел йылғаһы буйлап аға инек, 1991 йылдан Бия, Мана (Енисейҙың ҡушылдығы), һуңынан Катунь һәм уның ҡушылдыҡтарына күстек.

Өс башлыҡ ҡаяһы Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан туристары араһында таралған версия буйынса, ҡаялағы һүрәттәрҙе 1979-1980 йылдарҙа рәссам-альпинистар Татьяна һәм Булат Рәхимовтар төшөргән.