10 декабрь, Шәмбе

15 июнь 2015 йыл, 13:10

Ишкәксе Илья Первухин йәнә миҙалдар яуланы

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла I Европа уйындарының өсөнсө көнө бара.

Олимпия уйындары призерҙары рәсәйҙәр Алексей Коровашков менән Илья Первухин 1000 метр арауыҡта каноэла ишеү буйынса көмөш миҙалға лайыҡ булды. Илья Первухин бер юлы Башҡортостан һәм Тверь өлкәһе өсөн сығыш яһай.

Еңеүселәр — белорустар Андрей һәм Александр Богдановичтар, бронза миҙалды немецтар Петер Кретчмер һәм Михаэль Мюллер яуланы.