4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июнь 2015 йыл, 12:39

Республиканың йәш журналистары «Саҡырыу — XXI быуат» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм Халыҡ-ара матбуғат клубы «Саҡырыу — XXI быуат» XI Бөтә Рәсәй йәш журналистар конкурсын иғлан итә. Бәйге йәш журналистар (25 йәшкә тиклем) — киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ штаттан тыш авторҙар араһында 2014 йылдың октябренән 2015 йылдың июленә тиклем донъя күргән мәҡәләләр буйынса ойошторола.

Эштәр «Саҡырыу – сәйәсәт һәм иҡтисад»; «Саҡырыу – Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы»; «Саҡырыу – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы: тарихи тәжрибә һәм хәҙерге заман»; «Саҡырыу – милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр» номинациялары буйынса ҡабул ителә.

Конкурстың беренсе туры (төбәк) – 15 авгусҡа, икенсеһе (федераль) 15 сентябргә тиклем дауам итә. Октябрь айында иң яҡшыларҙы бүләкләү тантанаһы буласаҡ.

Федераль жюри ҡарары буйынса 16 автор — конкурс еңеүселәре ойоштороусылар иҫәбенә Рәсәйҙең билдәле журналистары һәм журналистика өлкәһендәге эксперттар уҙғарған ижади семинарға һәм йомғаҡ яһау тантанаһына саҡырыла. Унда уларға Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡтың дипломдары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Конкурс тураһында положение, жюри составы һәм төбәк дирекциялары хаҡында мәғлүмәт Халыҡ-ара матбуғат клубы сайтының «Мөһим проекттар/ «Саҡырыу XXI быуат» конкурсы» бүлегендә бирелгән.