8 декабрь, Кесе йома

15 июнь 2015 йыл, 11:51

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың һынлы сәнғәт күргәҙмәһен ҡараны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ART-UFA – 2015» художество форумы сиктәрендә барған республиканың һынлы сәнғәт күргәҙмәһен ҡараны.

«ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексында ике меңгә яҡын һынлы сәнғәт, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре, инсталляциялар, фотоһүрәттәр ҡуйылған. Күргәҙмәлә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Нефтекаманан, Ишембайҙан, Бәләбәйҙән, Бөрөнән, Яңауылдан, Мәләүездән һәм республиканың башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Екатеринбургтан, Ҡурғандан 300-ҙән ашыу рәссам һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Музейҙар, галереялар һәм күргәҙмә залдары, ижади берекмәләр, художество уҡыу йорттары, шул иҫәптән балалар сәнғәт мәктәптәре лә экспозицияларын тәҡдим итә.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, күргәҙмә Башҡортостанда бик күп билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, рәссамдар, скульпторҙар, халыҡ ижады, халыҡ кәсептәре менән эшләүсе кешеләр йәшәүен күрһәтте. Төбәк Башлығы шулай уҡ республиканың заманса һынлы сәнғәт музейын ойоштороу мәсьәләһе ҡарала тип белдерҙе.

– Яҡын арала беҙ эскиз әҙерләй башлаясаҡбыҙ, һуңынан, бәлки, проектлау эштәренә тотонорбоҙ. Бының өсөн Өфөлә һәйбәт урын табырға кәрәк. Мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ. Ысынында иһә, был ҡыйбат түгел. Улар бит тиҙ төҙөлә торған конструкциялар. Был проектҡа кәм тигәндә ике, бик булмаһа, өс-дүрт йыл китәсәк, тип уйлайым. Беҙҙә мотлаҡ Рәссам йорто, Сәнғәт йорто барлыҡҡа киләсәк, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

«Художество форумы ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙы йәлеп итәсәкме?» – тигән һорауға Башҡортостан Башлығы: «Делегация вәкилдәре республиканың сәнғәт мәктәбен ҡараясаҡ һәм баһалаясаҡ», – тип яуап бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 12 июненән 1 авгусҡа тиклем Өфөлә «ART-UFA – 2015» художество форумы уҙғарыла. Ул республика мәҙәниәтенең ҡаҙаныштарын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған. Форум сиктәрендә махсус саралар: ижади кисәләр, ижади берекмәләрҙең, музейҙарҙың, галереяларҙың, художество уҡыу йорттарының презентациялары, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, рәссамдар, сәнғәт белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр һәм матбуғат конференциялары, джаз, рок, классик этник музыка, театр сәнғәте һәм балалар музыка ижады көндәрен үткәреү ҡаралған. Йәш таланттарға ярҙам итеү маҡсатынан М.В. Нестеров исемендәге икенсе балалар художество ижады асыҡ республика конкурсын уҙғарыу планлаштырыла.