6 декабрь, Шишәмбе

15 июнь 2015 йыл, 9:48

Рөстәм Хәмитов Балтас районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Балтас районы Иҫке Балтас ауылында үткән һабантуйҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе халыҡты Рәсәй көнө, райондың 85 йыллығы һәм яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы, алдынғы эшсәндәрҙе бүләкләне һәм йәш граждандарға паспорт тапшырҙы.

– Беҙ бөйөк илдә, гүзәл республикала, бына тигән районда йәшәйбеҙ. Тыуған илебеҙ тағы ла көслөрәк, матурыраҡ булыуын, балаларыбыҙға лайыҡлы киләсәк теләйбеҙ. Тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Намыҫлы эшсәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бергәләп ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип уйлайым, – тине Рөстәм Хәмитов.

Байрам программаһында ижади коллективтарҙың сығышы, алдынғылар парады, ат спорты ярыштары булды. Һабантуй башланыр алдынан республика Башлығы ауыл хужалығы предприятиеларының тирмәләрен ҡараны.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.