11 декабрь, Йәкшәмбе

11 июнь 2015 йыл, 19:51

Ғинуар-майҙа Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө күләме 20,5 процентҡа артҡан

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Ағымдағы йылдың ғинуар-майында Өфөлә бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 190 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был 2014 йылдың биш айына ҡарағанда 20,5 процентҡа күберәк. Ошо хаҡта ҡала хакимиәтендә уҙған матбуғат конференцияһында Өфө мэры Ирек Ялалов хәбәр итте.

Иҡтисад фәндәре кандидаты Константин Кузьминых һүҙҙәренсә, хәҙер яңы йорт һатып алыу өсөн бик ҡулай мәл – ипотека йылына 7-9 процент тирәһе, шул уҡ ваҡытта икенсел баҙарҙа торлаҡ кредитының ставкаһы йылына 14-16 процент тәшкил итә.

— Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндә торлаҡҡа һорау ҙур түгел, — тип иҫәпләй Константин Кузьминых. — Кешеләр тәүге кәрәк-яраҡтар өсөн тотона, торлаҡ иһә оҙаҡ ваҡыт аҡса туплауҙы талап итә. Икенсел баҙарҙа бер аҙ тотҡарлыҡ күҙәтелә – ипотека алыу ҡатмарлы, банктар һәр кемде ентекле тикшерә.

Константин Кузьминых әйтеүенсә, ШОС һәм БРИКС саммиттарының һатыу баҙарына булышлыҡ итеүҙә ыңғай роль уйнауы ихтимал, Башҡортостан федераль күләмдә билдәләнәсәк, был, бәлки, башҡа төбәктәрҙән һатып алыусыларҙы йәлеп итер. Әгәр ҙә санкциялар көсәйтелһә, халыҡтың аҡсаһы йәнә кәмейәсәк, иҡтисад законы буйынса торлаҡҡа һорау ҙа төшәсәк.