5 декабрь, Дүшәмбе

11 июнь 2015 йыл, 19:06

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, транспорт, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек индустрияһы, элемтә, социаль өлкә, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, мәҙәниәт һәм сәнғәт, мәғариф һәм фән, физкультура һәм спорт, киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 43 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

– Рәсәй көнө алдынан барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Һеҙ һоҡланғыс хеҙмәтегеҙ менән йәмғиәт, ил, республика, үҙегеҙ эшләгән коллективтың уңышлы үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәт, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланды.

Республика Башлығы республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлеге хаҡында ла һөйләне.

– Һуңғы бер нисә көндә мәғлүмәт агентлыҡтары, гәзиттәр, телевизион каналдар миңә «Беҙ әҙерме? Әҙерлек буйынса эштәр нисек бара?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Мин күптәнән бирле әйтәм: Өфө һәм республика Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының саммитын үткәрергә әҙер, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, саммиттарға әҙерлек республика халҡының ҙур мөмкинлектәрен күрһәтте.

– Беҙ эшләй беләбеҙ. Ошо эшмәкәрлекте һәр ваҡытта ла тейешенсә ойоштормау – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Уңыштың сере бик ябай: хеҙмәт урынында, бөтәһе лә һиңә бәйле булырлыҡ итеп  эшләү. Әлбиттә, дәүләт һәм власть ярҙам күрһәтергә, яҡшы эшләү өсөн шарттар булдырырға тейеш. Ләкин хеҙмәттең һөҙөмтәһен тәү сиратта кеше үҙе билдәләй, – тине Рөстәм Хәмитов.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.