3 декабрь, Шәмбе

11 июнь 2015 йыл, 18:24

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаларын раҫланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева, Арина Рәхимҡолова/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзаларын раҫланы. Палатаның яңы ағзалары араһында республиканың 15 күренекле йәмәғәт эшмәкәре бар.

Улар «Башҡортостан»телерадиокомпанияһының «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы продюсеры Марсель Байдәүләтов, Башҡортостан Республикаһының социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов, Башҡортостан Республикаһының йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хеҙмәткә әҙерләү үҙәгенең бүлек етәксеһе Владимир Волков, Башҡорт дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцев, «Аҡбуҙат» ипподромының генераль директоры Руслан Ғиззәтуллин, «Домком» идара итеүсе компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Илья Дубинин, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты Алексей Елизарьев, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов, «Берләштерелгән үтә еңел авиация федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Сергей Миңлеғолов, Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының генераль директоры Денис Мусин, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының башҡарма директоры Ольга Панчихина, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ректоры Наталья Солодилова, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы» республика йәмәғәт берекмәһе идараһы рәйесе Илдар Юлбарисов, «Факел» дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Марат Йосопов.

Ош уҡ указ менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының раҫланған ағзаларына палатаның тулы составын булдырырға тәҡдим итте.