9 декабрь, Йома

11 июнь 2015 йыл, 17:26

Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» хәйриә акцияһы башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» хәйриә акцияһы башланды. Акцияны ойоштороусы булып Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығыш яһаны. Эстафетаны Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев асты.

Яҙыусы һәм драматург «Китап» нәшриәтендә донъя күргән китаптарҙы һатып алып, Баймаҡ районында йәшәүсе күп балалы ғаиләгә бирҙе. «Минең бүләгем — эстафета башланды тигән һүҙ, унда һәр кем ҡатнаша ала. Был бик яҡшы башланғыс, айырыуса Әҙәбиәт йылында», — тип билдәләне Наил Ғәйетбаев.

Наил Ғәйетбаев «Изге ҡулдарҙан китап» эстафетаһын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө сәнғәт академияһы профессоры Таңсулпан Бабичеваға тапшырҙы.

Акцияның маҡсаты — милли китапты пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү, китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү. Сарала дәүләт, коммерция, йәмәғәт ойошмалары ла ҡатнаша ала. Һатып алынған китаптарҙы балалар йорттарына, мәктәптәргә, интернаттарға, дауаханаларға, китапханаларға тапшырырға, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә бүләк итергә мөмкин.

Акция йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.