Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Салауат колонияһындағы бола туҡтатылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Салауат колонияһындағы бола туҡтатылды, дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеһы штат режимында эшләй, тип хәбәр иттеләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

8 июндә Салауат ҡалаһының 19-сы дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеһында башланған буйһонмау акцияһы аңлатыу эштәре барышында туҡтатылды.

— Хакимиәт хөкөм ителеүселәрҙе уларҙың талаптары законһыҙ икәнлегенә ышандырҙы, махсус саралар файҙаланылманы, — тип аңлатма бирҙеләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.  

Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара, ҡатнашыусыларҙың ғәйебе асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, буйһонмау акцияһына 70-кә яҡын кеше ҡушылған.

Хөкөм ителеүселәр плакаттарын алып, ҡыйыҡтан төшкән, отряд биналарына инеү юлын асҡан. Учреждение ғәҙәттәгесә эшләй.

Ошо хәлгә Башҡортостан Прокуратураһы һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы баһа бирәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 июндә Салауаттағы 19-сы дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеһында хөкөм ителеүселәрҙең буйһонмау акцияһы башланды. Тотҡондарҙың бер өлөшө биналарға инеп бикләнде, 20-гә яҡыны ҡыйыҡҡа менде.Улар холоҡ төҙәтеү учреждениеһы хакимиәте менән хеҙмәттәшлек итергә теләмәгән төркөмдөң лидерын азат итеүҙе талап итте.

19-сы дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеһында илдең бөтә төбәктәренән тиерлек туберкулез менән сирләгән хөкөм ителеүселәрҙе дауалайҙар. Хәҙерге ваҡытта бында 400-ҙән ашыу тотҡон иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть