Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Тамыр» телеканалы тапшырыуҙары — «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивале еңеүселәре

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивалендә «Тамыр» телеканалының эше дүрт диплом менән баһаланды. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина хәбәр итте.

«Егорҙың тикшереүе. Һыу» тапшырыуы — «Яңылыҡтар донъяһы — балалар күҙлегенән» номинацияһында иң яҡшы яңылыҡтар программаһы, Ләйсән Мәзитованың «Әҙәбиәт. Зәйнәб Биишева» исемле эше әҙәбиәт тураһында иң яҡшы фильм тип танылды.

Йәш уйлап табыусылар хаҡында «Изобретариум» тапшырыуы «Шөғөлдәр донъяһы» номинацияһында өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да жюрийы ҡарары буйынса бер юлы ике наградаға лайыҡ булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тамырҙар ошо фестивалдә беренсе тапҡыр ғына еңеү яуламай. Былтыр улар биш диплом алып ҡайтты. Быйылғы фестивалдә Түбәнге Новгород, Ижевск, Ярославль, Таганрог, Орск, Өфө, Воронеж, Пермь, Екатеринбург, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Украинаның башҡа ҡалаларынан йәш хәбәрселәр ҡатнашты. Профессиональ һәм балалар жюрийы 230 эш араһынан һигеҙ номинацияла еңеүселәрҙе билдәләне. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: бөтә Рәсәй балалар жюрийында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын алып барыусы Сафия Ғайсина эшләне.

Сараны ойоштороусылар — «Карусель» телеканалы ҡатнашлығында, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм Мәскәү хакимиәте булышлығында Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть