4 декабрь, Йәкшәмбе

11 июнь 2015 йыл, 14:36

Симфония төнөндә милли симфоник оркестр Өфө халҡына ике сәғәтлек open air бүләк итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Симфония төнө» акцияһы тамамланды. Башҡортостандың баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр уҙғарылған проекттың төп маҡсаты — академик музыка сәнғәтен халыҡ араһында пропагандалау. Быйыл асыҡ һауалағы концерт ике майҙансыҡта ойошторолдо. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Симфония төнөнә 10 мең кеше килгән: Аксаков исемендәге баҡсаға — дүрт мең, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдына алты мең тамашасы йыйылған.

Башҡортостандың милли симфоник оркестры дәүләт концерт залының болдоронда сығыш яһаны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан һуң республиканың билдәле ижади коллективы ошо бинала урынлашасаҡ. Асыҡ һауалағы сәхнәне меңдәрсә кеше уратып алды. Көндөң ҡояшлы һәм тамашаға инеүҙең ирекле булыуы бик күп сәнғәт һөйөүселәрҙе йәлеп итте. Ленин һәм Киров урамдарында ике сәғәт ярымға транспорт хәрәкәте ябылды.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры классик әҫәрҙәр башҡарҙы. Концертта «Аҡҡош күле» балетынан сюита, Сенс Санстың «Самсон һәм Далила» операһынан «Вакханалия», «Интродукция һәм рондо-каприччиозо», Фореның «Павана», Массненың «Таис» операһынан «Уйланыу», «Арлезианка» сюитаһынан «Фарандола», Бизеның «Кармен» операһының III актына антракт, Берлиоздың «Рим карнавал»ы яңғыраны.

«Минеңсә, программа уңышлы һайланған. Тамашасылар һәр көйҙө әҫәрләнеп тыңланы», — тип билдәләне оркестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов.

Концертта оркестр тулы составта — 70-тән ашыу кеше уйнаны. Башҡортостандың милли симфоник оркестрының солистары — скрипкасы Илшат Мөслимов, гобойҙа уйнаусы Ирина Табульдина, борғосо Илья Куленко, флейтасы Владимир Семин. Бинаға ҡуйылған видеоэкрандан музыканттарҙың йөҙҙәрен дә күрергә, 2013, 2014 йылдарҙа ойошторолған концерттарҙың иң иҫтәлекле мәлдәрен ҡарарға мөмкин ине.

«Асыҡ һауалағы концерттар музыканттарҙы һәм тамашасыларҙы берләштерә. Беҙҙе классик музыка һөйөүселәр генә түгел, урамдан үтеп барыусылар ҙа тыңлай», — тип иҫәпләй оркестрҙың концертмейстеры Айгөл Моратова.

Симфония сәнғәтен яратыусыларҙы йәнә бер бүләк көтә. Тап бер аҙнанан, 17 июндә, Башҡортостандың милли симфоник оркестры йәйге «Soundtrack-концерт» тәҡдим итәсәк. Унда популяр фильмдарҙан көйҙәр яңғыраясаҡ.