4 декабрь, Йәкшәмбе

11 июнь 2015 йыл, 11:03

Рөстәм Хәмитов Sheraton отелен тикшерҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов файҙаланыуға тапшырылған Sheraton отелен тикшерҙе. Республикала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы үткәрелгән ваҡытта отель ҡунаҡтарҙы һәм рәсми делегацияларҙы ҡабул итәсәк.

Туғыҙ ҡатлы ҡунаҡхана Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Был – республикалағы тәүге халыҡ-ара кимәлдәге биш йондоҙло отель. Унда бөтәһе 161 номер бар.

Объектта төҙөлөш эштәре ике йыл элек башланды. Яңы отелде төҙөү барышында дворян Россинскийҙарҙың XIX быуаттың 50-се йылдарында һалынған йорто реставрацияланды. Хәҙер яңыртылған бинала ҡунаҡхананың рестораны эшләй.

– Был, ысынлап та, яҡшы һөҙөмтә. Ғәҙәти шарттарҙа дүрт-биш йыл буйы төҙөләсәк объектты ике йыл эсендә сафҡа индерҙек. Шуға ҡарамаҫтан, эштәр сифатлы башҡарылған, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы ҡунаҡхана бүлмәләрен, ресторандарҙы һәм конференция залдарын ҡараны.

– Барыһы ла яҡшы, – тине төбәк етәксеһе. – Өфө алға ҙур аҙым яһаны. Хәҙер беҙ иң юғары кимәлдәге форумдар, конференциялар һәм башҡа саралар үткәрә алабыҙ.