Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

База кимәлендә математика буйынса БДИ һөҙөмтәләре: төбәктә «бишле» һәм «икеле» алыусылар бар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

10 июндә Башҡортостанда база кимәлендә математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, унда 13260 кеше ҡатнашҡан. Имтихан биш баллы шкала буйынса баһаланды. Әммә бында ла максималь 20 балл йыйырға мөмкин ине. 17-20 балға яҙған уҡыусылар «бишле» билдәһен алды.

Һынау тотоусыларҙың 526-һы 20 балл йыйған. 4628 уҡыусы — «бишле», 5548-ҙе — «дүртле», 2405 кеше «өслө» билдәһенә яҙған.

Республикала 679 кеше «икеле» алған. Әгәр ҙә уларҙың рус теленән БДИ һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булһа, резерв көндәрҙә математиканы ҡабаттан тапшырасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлгә бүленде. Аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары база кимәлендәге имтихан бирҙе.

Математиканан профилле имтихан һөҙөмтәләре 14 июндә билдәле буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть