9 декабрь, Йома

10 июнь 2015 йыл, 18:30

Республика үҫемлекселекте үҫтереүгә 552,5 миллион һум аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан үҫемлекселекте үҫтереүгә федераль бюджеттан 552,5 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 8 июндәге бойороғо менән 21,3 миллиард һумлыҡ аҡса 84 төбәк араһында бүленгән. Субсидиялар үҫемлекселекте үҫтереүгә, үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеүгә һәм һатыуға йүнәлтелә.

Аҡсалар 2012 йылда раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы бүленгән. Иң ҙур күләмдәге субсидия Татарстан (2,2 миллиард һум), Воронеж (2 миллиард), Белгород (1,5 миллиард) өлкәләре һәм Краснодар крайы (1,4 миллиард) өсөн билдәләнгән.