Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан военкоматтары егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙы туҡтатасаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле комиссариаттар хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы ғәскәргә оҙатыуҙы туҡтата. 12 июндән 14-нә тиклем бөтә йыйылыу пункттары, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ябыҡ буласаҡ, тип аңлатма бирҙеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтендә.

Бөгөнгө көндә Үҙәк хәрби округының саҡырыу комиссиялары 55 мең гражданды хәрби хеҙмәткә алыу тураһында ҡарар ҡабул иткән, 25 меңгә яҡын егет әрмегә киткән.

Яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылыш 1 апрелдә башланды һәм 15 июлдә тамамлана. Үҙәк хәрби округының хәрби комиссариаттары 62 меңдән ашыу егетте ғәскәргә оҙатасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть