Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Төбәктә компаниялар хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы буйынса күп миллионлыҡ бурыстарын ҡайтарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Ғинуар-майҙа Башҡортостанда компаниялар хеҙмәткәрҙәренә 150 миллион һумға яҡын хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарын ҡайтарҙы. Быға республикалағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ярҙамында өлгәшелде.

Ағымдағы йылдың тәүге биш айында инспекция 500-ҙән ашыу тикшереү үткәргән. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 187 эш биреүсенең хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуы асыҡланған, 137 етәксе 4 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәренә 136,7 миллион һумлыҡ эш хаҡы түләмәгән.

Ведомство хәбәр итеүенсә, быйыл ғинуар-майҙа хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәү буйынса 700-гә яҡын закон боҙоу осрағы теркәлгән, уларҙы бөтөрөү маҡсатында 388 күрһәтмә бирелгән, 1169 вазифалы һәм юридик шәхестәргә 7 миллион һумдан ашыу штраф һалынған. Биш меңдән ашыу хеҙмәткәр 150 миллион һум самаһы эш биреүсе тарафынан түләнмәгән хеҙмәт хаҡы алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть