8 декабрь, Кесе йома

10 июнь 2015 йыл, 16:04

Саммиттар барышында Өфө халҡына юбилейҙар үткәреүҙе кисектерергә тәҡдим ителә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Самиттар барышында өфөләргә юбилейҙарҙы һәм башҡа тантаналарҙы үткәрмәҫкә тәҡдим ителә. Был хаҡта «Интерфакс» агентлығы ойошторған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.

Кортеждарҙы үткәреү өсөн урамдарҙы ябыуға бәйле тәғәйенләнгән урынға барып етеүҙә уңайһыҙлыҡтар тыуыуы мөмкин.

— Өфө — Аэропорт трассаһы буйлап хәрәкәт иткән автоһәүәҫкәрҙәргә ҡалаға инеүҙең башҡа ысулдарын уйларға кәрәк, — тип билдәләне Руслан Мирсаяпов. — Рәсми делегациялар ошо юлдан йөрөйәсәк. Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, кортеждарҙы үткәреү өсөн юлдар ваҡытлыса ябыласаҡ.

Йома, 10 июлдә, дәүләт башлыҡтары ултырышы тамамланғандан һуң кортеждар шунда уҡ аэропортҡа юлланасаҡ. Йома көнөндәге ғәҙәти трафикты иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы министры ҡаланан сығыуҙың альтернатив юлдарын күҙ уңында тоторға ҡушты.

Саммиттар ваҡытында Өфө аэропорты штат режимында эшләйәсәк, даими рейстар расписание буйынса осасаҡ. Чартер рейстары 7 июлдән 11-нә тиклем генә туҡтатыла. Ҡала халҡына аэропортҡа йәмәғәт транспортында барырға тәҡдим ителә.