8 декабрь, Кесе йома

10 июнь 2015 йыл, 15:08

Баш ҡалала саммиттар ваҡытында Конгресс-холл янындағы биләмә ябыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәргәндә Конгресс-холл янындағы биләмә ябыла. Был хаҡта «Интерфакс» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.

— Саммиттар барышында ҡала халҡына мөмкин тиклем аҙыраҡ уңайһыҙлыҡтар килтерергә тырышабыҙ, беҙҙе аңлауығыҙға ышанабыҙ, — тине Руслан Мирсаяпов. — 6 июлдән 11-нә тиклем Салауат Юлаев һәйкәленә үтеп булмаясаҡ. Зәки Вәлиди, Пушкин һәм Ғафури урамдарындағы биләмәләр йәмәғәт транспорты хәрәкәте өсөн ябыла, әммә кешеләр бер ниндәй сикләүһеҙ өйҙәренә ҡайта аласаҡ.

Руслан Мирсаяпов Өфө үҙәге тулыһынса ябыла тигән хәбәрҙе кире ҡаҡты.

— Өфө урамдарында юл хәрәкәтен ваҡытлысы сикләү булыуы ихтимал, — тине ул. – Делегация ағзаларының Өфө буйлап экскурсияға сығыуы ҡаралған, ләкин көн тәртибе тығыҙ булғанлыҡтан, был бик икеле.

Саммиттар ваҡытында Өфө халҡы өсөн Сипайлово, Дим, Затон һәм Черниковка биҫтәләрендә байрамдар ойошторола. Тантаналы сара Рус драма театры алдындағы майҙанда ла уҙғарыла.