11 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2015 йыл, 14:18

Өфөлә үтәсәк Симфония төнөндә 120-гә яҡын музыкант ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә бер юлы ике оркестр — Башҡортостандың милли симфоник оркестры һәм республиканың йәштәр симфоник оркестры — open air  форматында Симфония төнөн уҙғарырға әҙерләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр симфоник оркестры Аксаков исемендәге баҡсала — киске сәғәт 6-ла, милли симфоник оркестр «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында киске 8-ҙә сығыш яһай.

«Оркестр тулы составта — 70-тән ашыу кеше уйнаясаҡ, — тип билдәләне оркестрҙың директоры Алексей Воронин. — Бинала видеоэкран ҡуябыҙ, тамашасылар музыканттарҙың йөҙҙәрен дә күрә аласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, бөгөн ямғыр яумай, ә еңелсә генә иҫкән ел ҡамасауламаҫ, тип уйлайбыҙ».

Башҡортостан милли симфоник оркестры музыканттары классик әҫәрҙәрҙе башҡарырға әҙерләнә. Оркестр пульты артында — баш дирижер Раушан Яҡупов.

Аксаков исемендәге баҡсала 45 кешенән торған йәштәр оркестры сәхнәлә түгел, балалар майҙансығы эргәһендәге асфальтта сығыш яһай. Киске 6-сы яртынан уҡ «Кайфулин Бенд» джаз коллективы уйнай башлай, тип хәбәр итте дирижер Линар Дәүләтбаев.

Йәштәр оркестры классиктарҙың һәм хәҙерге авторҙарҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Милли композиторҙарҙың — И.Хисаметдиновтың «Азамат» (башҡорт халыҡ йыры нигеҙендә) һәм М.Әхмәтовтың ҡурай һәм оркестр өсөн фантазия әҫәре программаның биҙәге буласаҡ.

Ике майҙансыҡта ла тамашасылар өсөн ултырыу урындары ҡаралған.

темалар: симфония төнө