Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостандың дәүләт бурысы 0,9 миллиард һумға кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

1 майға республиканың дәүләт бурысы 23,7 миллиард һум тәшкил иткән, был йыл башына ҡарағанда 0,9 миллиард һумға кәмерәк. Республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бурыс структураһында бурыстарҙың бөтә төрҙәре лә күрһәтелгән. 28,1 процент — бюджет кредиттарына, 70 процент самаһы баҙар бурысына (дәүләт облигациялары һәм банк кредиттары) тура килә.

Бурыс йөкләмәләре оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Бюджет кредиттары буйынса бурысты үҙгәртеү ҡаҙнаға йөкләмәне кәметте. Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү һәм юлдар һалыу, ремонтлау өсөн алынған кредиттар 2032 -2034 йылдарға тиклем үҙгәртелде.

Республиканың дәүләт бурысы тулыһынса тәьмин ителгән, Башҡортостан бурыс йөкләмәләре буйынса ваҡытында иҫәпләшергә һәләтле, тип билдәләйҙәр Финанс министрлығында.

Йыл башына Башҡортостан Рәсәйҙең бурыс йөкләмәһе минималь кимәлдә булған 13 төбәге иҫәбендә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында ине. Бурыс кимәлен 24,7 процент һалым һәм һалым булмаған килем тәшкил иткән. Әлеге нормативтар буйынса 50 проценттан юғары күрһәткес хәүефле тип иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть