10 декабрь, Шәмбе

10 июнь 2015 йыл, 12:24

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың рәсми делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша. Сара 18-20 июндә Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарыла. Министрлыҡ һәм ведомство, эшлекле даирә вәкилдәренән торған делегацияны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләйәсәк, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенән. Төп бурыс – төбәктең иҡтисади бәйләнештәрен киңәйтеү һәм уның танылыуын арттырыу.

Форумдың күргәҙмә майҙансығындағы экспозицияла республиканың төп инвестиция проекттары һәм уның инвестиция мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Экспозицияның рәсми операторы – Башҡортостандың Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы. Форумда донъялағы һәм илебеҙҙәге ҙур компания вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барыу күҙаллана. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр әҙерләнә.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле форумы үтәсәк.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы — Рәсәйҙең иҡтисади донъяһында ҙур ваҡиға. Сара 1997 йылдан бирле үткәрелә. Унда Рәсәйҙәге һәм донъялағы мөһим иҡтисади мәсьәләләр тикшерелә. Былтырғы форумда Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 7,5 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары, ҙур компания етәкселәре ҡатнашҡан.