9 декабрь, Йома

10 июнь 2015 йыл, 11:21

Башҡортостанда журналистарҙың йәйге фестивале ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналасаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19 июндә Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында республика журналистарының йәйге фестивале ойошторола. «Журфест» һөнәри байрам – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уҙғарыла. Сараға баш мөхәррирҙәр, республика, район гәзиттәре, радио, телевидение һәм интернет-баҫмалар хәбәрселәре йыйыла.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл байрам программаһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарына арнала. Журналистарҙың командалары карнавал форматында милли костюмдар конкурсында, милли аш-һыу әҙерләү һәм бейеү бәйгеһендә көс һынашасаҡ.

Фестивалде асыу тантанаһы иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Сара сиктәрендә тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының һәм Журналистар союзының маҡтаулы исемдәре, дипломдар тапшырыла. Көндөң икенсе яртыһында матбуғат клубы һәм фестиваль партнерҙары майҙансығы эш башлай.

Журналистар фестиваленә Мәскәүҙән билдәле гәзит дизайнеры, «Журналистика һәм медиабаҙар» журналы күҙәтеүсеһе Владимир Скоробогатьконың килеүе көтөлә. Ул бер нисә уҡыу ҡулланмаһы, «Матбуғаттың график формулаһы» йыйынтығы авторы. Владимир Скоробогатько Башҡортостан журналистары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре күңелле ярыштарҙа, ШОС һәм БРИКС илдәренең милли уйындарында ҡатнаша, «ЕvroАзия» төркөмөнөң һәм Күгәрсен районы артистарының сығышын ҡарай ала.