7 декабрь, Шаршамбы

09 июнь 2015 йыл, 18:31

Быйыл Башҡортостанда 710 меңдән ашыу кеше диспансеризация үтәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостанда 710 меңдән ашыу кеше диспансеризация үтәсәк. Республикала халыҡты ҡабул итеү өсөн 93 учреждение һайлап алынған. Шулай уҡ ағымдағы йылда тикшереү өсөн 32 күсмә медицина бригадалары ойошторолған, 13 күсмә медицина комплексы йәлеп ителгән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 320 406 кеше сараның тәүге этабын үткән, шуларҙың 532-һе — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар. Тикшереү йомғаҡтары буйынса, беренсе һаулыҡ төркөмөнә халыҡтың 26 проценты, икенсе төркөмгә – 38, өсөнсөһөнә 26 проценты индерелгән.

Тикшереү үткән кешеләрҙең 30 процентында – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, 31 процентында – эндокрин, 10 процентында бәүел-енес ауырыуҙары асыҡланған.

Социаль әһәмиәтле сирҙәрҙән 66 яман шеш, өс туберкулез, 586 шәкәр диабеты, 1927 йөрәк ишемияһы осрағы теркәлгән.

Һәр кеше 21 йәштән алып өс йылға бер тапҡыр диспансеризация үтә ала.

Белешмә өсөн: быйыл 1994, 1991, 1988, 1985, 1982, 1979, 1976, 1973, 1970, 1967, 1964, 1961, 1958, 1955, 1952, 1949, 1946, 1943, 1940, 1937, 1934, 1931, 1928, 1925, 1922, 1919, 1916 йылдарҙа тыуған граждандар тикшерелергә тейеш.