10 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2015 йыл, 17:47

Республика спортсылары Баҡыла тәүге Европа уйындарында сығыш яһай

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан спортсылары Баҡыла тәүге Европа уйындарында сығыш яһай. Европанан 6000-дән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ ярыштар 12 июндән 28-нә тиклем уҙғарыла. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо ваҡыт эсендә 20 спорт төрөндә 253 комплект миҙал уйнатыла, шуларҙың 16-һы — олимпия миҙалы. Уҡтан атыу, еңел атлетика, бокс, көрәш, пляж волейболы, велоспорт, йөҙөү, өҫтәл теннисы, тхэквондо һәм триатлон буйынса ярыштар Рио-де-Жанейрола үтәсәк йәйге Олимпия уйындарына һайлап алыуҙың бер өлөшө буласаҡ. Баҡыла иң күп олимпия лицензияларын алыусылар билдәләнәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: дзюдо буйынса турнир бер үк ваҡытта Европа чемпионаты буласаҡ. Уйындарға йәштәр араһында йөҙөү буйынса Европа чемпионаты ла индерелгән.

Рәсәйҙең 50 төбәгенән 360 спортсы Европа уйындарына һайлап алынған. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсылары ла сығыш яһай. Улар араһында Тимур Сафин, Тимур Арыҫланов, Аделина Заһиҙуллина, Анастасия Иванова (фехтование), Полина Егорова (йөҙөү), Илья Первухин (каноэла ишеү), Александр Парасюк (дзюдо, һуҡырҙар спорты) бар.

Тәүге Европа уйындарын «Рәсәй 2», «Спорт 1», «Спорт» һәм «Бойцовский Клуб» каналдарында ҡарарға мөмкин.