Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Шәмбе, 13 июндә, Ленинград өлкәһенең Сярьги ауылында һабантуй уҙғарыла. Унда Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе губернаторҙары, Башҡортостандан һәм Татарстандан килгән рәсми делегациялар ҡатнаша.

Һабан байрамына йыйылыусылар өсөн башҡорт һәм татар этнофольклор ауылдары ҡорола. Байрам программаһында төрлө спорт ярыштары һәм милли конкурстар ҡаралған. Билбау көрәше һабантуйҙың иң сағыу ваҡиғаһына әүереләсәк. Милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә, йәрминкәләрҙә сувенирҙар һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен һатып алырға мөмкин буласаҡ. Кескәйҙәр өсөн конкурстар һәм уйындар ойошторола.

Өс сәхнәлә Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан коллективтары сығыш яһаясаҡ. Быйыл Санкт-Петербургта уҙғарылған һабантуйға Өфө артистарының йыйылма командаһы һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары бара. Йыл һайын ошо байрамға 100 мең самаһы кеше йыйыла. Санкт-Петербургта тәүге ҡала һабантуйы 1913 йылда Йосопов паркында үткәрелгән. 1932 йылдан башлап Бөйөк Ватан һуғышына тиклем даими байрам булараҡ ойошторолған. Тәүҙәрәк ул Выборг Мәҙәниәт һарайы биләмәһендә, һуңынан Шапки ҡасабаһында уҙғарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть