5 декабрь, Дүшәмбе

09 июнь 2015 йыл, 16:26

«Юлдаш» каналы йәнә Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы тип танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы икенсе йыл рәттән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылды.

Мәскәүҙә Radio Station Awards – 2015 Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Быйыл конкурста Рәсәйҙән 150-нән ашыу радио ҡатнашты, бөтәһе 25 номинация билдәләнде. Еңеүселәрҙе тыңлаусылар үҙҙәре асыҡланы. «Юлдаш» радиоһы өсөн 40 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе.

— «Юлдаш» — Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған берҙән-бер милли  радио. Был награда «Юлдаш»тың ысын мәғәнәһендә халыҡ радиоһы икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫлай, улар өсөн мәғлүмәт, аналитика, йыр-моң тормоштарының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора, — тип хәбәр итте радио хәбәрсеһе Марсель Байдәүләтов.

Радио етәкселәре һәм журналистар өсөн «Төбәк радиоһының үҫеш мөмкинлектәре» темаһына конференция ойошторолдо, унда медиаиндустрия белгестәре сығыш яһаны.