6 декабрь, Шишәмбе

09 июнь 2015 йыл, 15:51

Республикала «Салауат йыйыны» фольклор байрамы уҙғарыла

фото: Динар Кәлимуллин

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 июндә Салауат районында «Салауат йыйыны» фольклор байрамы үткәрелә.

Байрам йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ, өлкәндәргә ихтирам һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторола.

Байрам барышында Байыҡ Айҙар исемендәге призға сәсәндәр бәйгеһе, «Салауат йыйыны батыры», «Сая ҡыҙ», тирмәләр конкурстары буласаҡ. Шулай уҡ милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса ярыштар (милли көрәш, бағанала йөрөү, тоҡ кейеп йүгереү, тоҡ менән һуғыш, уҡтан атыу) уҙасаҡ.

Байыҡ Айҙар исемендәге призға республика сәсәндәр бәйгеһе 16 йәштән өлкән сәсән-импровизаторҙар, рэп башҡарыусылар араһында уҙғарыла. Конкурстың беренсе этабы – ағымдағы йылдың 10 февраленән 10 июнгә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Шоңҡар» журналы редакцияһы төркөмөндә, икенсеһе 20 июндә Салауат районында үткәрелә. Йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар Байыҡ Айҙар сәсәндең ҡобайырынан өҙөктө һәм үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙе башҡара.

«Салауат йыйыны батыры» һәм «Сая ҡыҙ» исеменә дәғүә иткән йәштәр шәжәрәһен белергә, шиғыр, йыр, бейеү бәйгеләрендә ҡатнашырға, үҙ ырыуының кейем-һалымын күрһәтергә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа йәки башҡа уйын ҡоралдарында уйнарға тейеш.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 15 июнгә тиклем Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге адресы буйынса  ебәрергә кәрәк.

темалар: байрамдар