Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Инвестиция Хаты менән мөрәжәғәт итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәүге Инвестиция Хаты менән мөрәжәғәт итте.

Унда республика Хөкүмәтенең инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү өлөшөндәге төп өҫтөнлөктәре, һөҙөмтәле эшлекле мөхит булдырыу буйынса мөһим аҙымдар билдәләнгән.

Атап әйткәндә, 2019 йылға тулайым төбәк продуктында инвестицияларҙың өлөшөн 21-ҙән 25 процентҡа тиклем еткереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Төп иғтибар бирелергә тейешле «үҫеш нөктәләре» билдәләнгән: кластерҙар һәм индустриаль парктар булдырыу, шул иҫәптән фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары һәм наноматериалдар кеүек өлкәләрҙә; республика һәм муниципаль кимәлдә киң файҙаланылырға тейешле дәүләт-шәхси партнерлыҡты һәм концессия килешеүҙәрен әүҙемләштереү; муниципалитеттарҙың урындарҙа инвесторҙар менән системалы эшләүе, биләмәләрҙең конкурентлы өҫтөнлөктәрен асыҡлау һәм үҫтереү, уларҙың нигеҙендә перспективалы үҫеш программаларын төҙөү; Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың мәғлүмәти йәһәттән асыҡлығын арттырыу; предприятие һәм мәғариф учреждениеларының кадрҙар составын нығытыу буйынса берлектәге эшен көсәйтеү.

Документта шулай уҡ республиканың уңайлы инвестиция мөхите, инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырыу өсөн күп эштәр башҡарыуы билдәләнгән. Төбәккә килгән эшҡыуарҙарҙан күҙ уңында тотолған проекттарҙы ваҡытында ғәмәлгә ашырыу, яңы эш урындары, юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, социаль йөкләмәләрҙе үтәү талап ителә, — тиелә Башҡортостан Башлығының республика Хөкүмәтенә адресланған Инвестиция Хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть