3 декабрь, Шәмбе

09 июнь 2015 йыл, 13:06

Башҡортостандың идара итеүсе компаниялары — Рәсәй буйынса иң яҡшы бишәү иҫәбендә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2014 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың идара итеүсе компаниялары Рәсәй буйынса иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы» сайтында компанияларҙың рейтингы баҫылған, уға ярашлы Башҡортостандың идара итеүсе компаниялары 38,54 балл йыйған һәм икенсе урын алған. Беренсе урында – Белгород өлкәһенең идара итеүсе компаниялары (40,86 балл), өсөнсөлә – Ленинград өлкәһе (37,21).

2015 йылдың 1 майында идара итеүсе компанияларҙы лицензиялау этабы тамамланыуын иҫәпкә алып, Дәүләт корпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды 2014 йылға Рәсәй субъекттарының айырым рейтингын төҙөнө, уға лицензия алырға тейешле компаниялар ғына ингән. Ошо рейтинг 2015 йылдың июнендә «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы» сайтында баҫылған.

2014 йылғы лицензия алырға тейешле идара итеүсе компаниялар рейтингында «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы» сайтында теркәлгән идара итеү килешеүҙәре нигеҙендә күп фатирлы йорттар менән идара итеү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы 15 меңдән ашыу ойошма һәм шәхси эшҡыуар ҡатнашҡан.

Был рейтингта ҡайһы бер субъекттарҙың урындары үҙгәргән. Фонд билдәләүенсә, урындарҙың күтәрелеүе ҡайһы бер төбәктәрҙә төп иғтибар идара итеүсе компанияларға бирелеүгә бәйле булыуы ихтимал. Мәҫәлән, Сыуаш Республикаһы (+35), Пенза өлкәһе (+40), Владимир өлкәһе (+49), Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы (+37).

Рейтингта үҙ урындарын юғалтҡан төбәктәр, киреһенсә, үҙҙәренең торлаҡ милекселәре ширҡәтендә һәм торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарында әүҙем эш алып барыуы һөҙөмтәһендә 2014 йылғы тулы рейтингта юғары урын биләне. Миҫал өсөн, Смоленск өлкәһе (-35), Калининград өлкәһе (-31), Магадан өлкәһе (-29).

темалар: рейтингтар