9 декабрь, Йома

09 июнь 2015 йыл, 12:04

Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарына Белоруссия Президенты Александр Лукашенко киләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарында Белоруссия Президенты Александр Лукашенконың ҡатнашыуы күҙаллана. Был хаҡта, Белоруссияның Сит ил эштәре министрлығы башлығы Владимир Макейға һылтанма яһап, «Новости» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Белоруссияның тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы һүҙҙәренсә, республика менән ШОС һәм БРИКС-та ҡатнашыусы илдәр араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырылған.

«Беҙ БРИКС сиктәрендә хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәре буйынса әүҙем эш алып барырға әҙер. Беҙҙе финанс институты — Яңы үҫеш банкы ҡыҙыҡһындыра. Улар менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек булдырырға теләйбеҙ», — тип Владимир Макейҙың һүҙҙәрен килтерә агенство.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары 8-10 июлдә уҙғарыла.