11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2015 йыл, 17:43

Республикала йәнә ямғыр яуыуы һәм көслө ел сығыуы көтөлә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәнә ямғыр яуасаҡ һәм көслө ел сығасаҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 9 июндә һауа шарттарының боҙолоуы күҙаллана.

Был көндө төбәк биләмәһендә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, ел көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән секундына 16-21 метрға етәсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге синоптиктары күҙаллауынса, һауа температураһы көндөҙ — 22, төндә 10 градус йылы буласаҡ.

Ошондай һауа шарттарында электр тапшырыу линияларының өҙөлөүе, насар нығытылған ҡоролмаларҙың емерелеүе, юл-транспорт ваҡиғаларының булыуы ихтимал. Электр тапшырыу линияларынан, ағастарҙан ситтәрәк йөрөргә, йәйәүлеләргә һәм водителдәргә юлдарҙа иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

Аҙнаның икенсе яртыһында төбәктә ямғырҙар туҡтаясаҡ, ял көндәрендә йылытасаҡ. Йәкшәмбе, 14 июндә, 25 градус йылы буласаҡ.