Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан кинорежиссерҙары «Донъяға яҡтылыҡ» Халыҡ-ара кинофестивале лауреаттары булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан кинорежиссерҙары «Донъяға яҡтылыҡ» V Халыҡ-ара йәштәр кинофестивале лауреаттары булды. Ул 6 июндә Ярославлдә тамамланды.

Республика Кинематографистар союзының матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева хәбәр итеүенсә, республика кинематографтары Роман Пожидаевтың «Япраҡ» («Башҡортостан» киностудияһы), Андрей Носковтың «Шәхси эш» һәм Вадим Вәлиуллиндың «Террорсы» ҡыҫҡа метражлы фильмдарын тәҡдим иткән.

«Шәхси эш» фильмы беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған, шулай уҡ төп геройҙы уйнаған Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы актеры Андрей Ганичев «Иң яҡшы ир-ат роле өсөн» дипломы менән бүләкләнгән.

«Япраҡ» фильмы өсөнсө дәрәжә диплом, шулай уҡ балалар жюрийының икенсе дәрәжә дипломы менән билдәләнгән.

Фестиваль бер юлы бер нисә ҡалала барҙы. Кинофестиваль Рыбинскиҙа асылды, артабан саралар Мышкин, Углич, Борисоглебск ҡалаларында дауам итте. Уны тантаналы ябыу сараһы иһә Ярославлдә үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть