3 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2015 йыл, 16:40

Өфөлә ШОС, БРИКС һәм Евразия иҡтисади союзы лидерҙарының дөйөм осрашыуы була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 9 июлдә Өфөлә ШОС, БРИКС һәм Евразия иҡтисади союзы лидерҙарының дөйөм осрашыуы була. Был хаҡта Рәсәй Президентының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Улар «сәскә атыу һәм үҫеш өсөн» хеҙмәттәшлек мәсьәләһен тикшерәсәк.

Бәхтиәр Хәкимов билдәләүенсә, Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттарының көн тәртибе бер-береһенә тура килмәйәсәк, сөнки был форматтарҙың бурысы бөтөнләй икенсе.

«БРИКС — ул мөһим мәсьәләләр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү, тәү сиратта иҡтисади йүнәлештә эшләү майҙансығы. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы — күп функциялы структура, ул хәүефһеҙлек, сәйәсәт, иҡтисад һәм гуманитар өлкәләрҙе үҙ эсенә ала», — тине Рәсәй Президентының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эштәре буйынса махсус вәкиле.