11 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2015 йыл, 15:57

Башҡортостандың социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн, 8 июндә, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк Башҡортостанда ла Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Өс йөҙ йылдан ашыу элек Петр I социаль яҡлауҙың дәүләт системаһын булдырыуға башланғыс һалған Указ сығара. Ошо ваҡыттан бирле социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эше үҙгәрҙе. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн тап улар тәүгеләрҙән булып кешеләрҙең проблемаларын үҙ өҫтөнә ала һәм ҡулдарынан килгәнсә хәл итергә ярҙамлаша.

Хәҙерге календарҙа социаль хеҙмәткәрҙәрҙең байрамы 2000 йылда Рәсәй Президенты тарафынан булдырыла.

Был көндө тейешле министрлыҡ-ведомстволар, инвалидтар, ҡарттар, аҙ тәьмин ителгән граждандар тураһында хәстәрлек күргән социаль хеҙмәттәр, социаль тәьмин итеү учреждениелары вәкилдәре ҡотлауҙар ҡабул итә. Илебеҙҙә ошо өлкәлә эшләгән 630 мең самаһы белгес Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөн билдәләй. Уларҙың ярҙамына мохтаж кешеләрҙең һаны 25 миллиондан ашыу, шуларҙың 15 миллионы — инвалидтар һәм пенсионерҙар.

Башҡортостанда Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы системаһында эшләүсе 13 меңдән ашыу кеше Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөн һөнәри байрамы тип һанай.

Бөгөн, 8 июндә, Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған байрам була. Тантаналы сарала «Халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителәсәк. Көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.