Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Латвия башҡорттары һабантуй байрамын уҙғарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Уҙған ял көндәрендә Ригала милли байрам — һабантуй үтте. Ойоштороусылар булып «Латвия башҡорттары ҡоролтайы» һәм Латвия татарҙарының «Иҙел» ойошмаһы сығыш яһаны. «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге башҡорт ихатаһын ҡорҙо һәм Башҡортостан Республикаһының презентацияһын тәҡдим итте.

Һабантуйҙы ойоштороусыларҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең Латвиялағы илселеге, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Рига Думаһы, Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы вәкилдәре сәләмләне. Байрамға эшҡыуарҙар, журналистар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Латвияның башҡорт, татар, яҡут, немец, һинд, грузин, йәһүд, украин, белорус диаспоралары етәкселәре һәм артистары һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы ҡотлап ҡына ҡалманы, шулай уҡ концертта сығыш яһаны.

Татарстандан килгән йәш артистарҙың да сығышы йылы ҡабул ителде. Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы йортоноң байрамса биҙәлгән биләмәһендә йыр-бейеү, уйын-көлкө көноҙоно тынманы.

Һәр кем һабантуйҙа ҡатнашыусылар бешергән һыйҙан ауыҙ итә алды. Өҫтәлдә милли ризыҡтар ҙа бар ине. Байрам сәк-сәк һәм баллап сәй эсеү менән тамамланды.

Байрамға килеүселәр тыуған Башҡортостанына ҡайтҡандай булды, тип һөйләне Башҡортостандың Латвиялағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле Рина Хәмитова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть