6 декабрь, Шишәмбе

08 июнь 2015 йыл, 14:31

Төбәктә туҡланыу продукттары арзанайҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда йәшелсә-емешкә, йомортҡаға хаҡтың төшөүе күҙәтелә. Был хаҡта республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының май айында үткәргән мониторинг һөҙөмтәләре раҫлай.

Тикшереү йомғаҡтары буйынса, 29 майҙан 3 июнгә тиклем айырыуса ҡыярға, томатҡа хаҡ төшкән. Тәүгеләре — 22,6, икенселәре 15 процентҡа осһоҙланған. Татлы боростоң хаҡы 4 процентҡа төшкән. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, республика тауар етештереүселәренең фирма магазиндарында ҡыярҙы — 40, помидорҙы — 90, картуфты — 15, кишерҙе 25 һумға һатып алырға була.

Йәшелсәгә хаҡтың төшөүе миҙгелгә, республика тауар етештереүселәренең, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән килтереүселәрҙең һатыу хаҡын кәметеүгә бәйле.

Шулай уҡ емеш-еләккә хаҡтың төшөүе теркәлгән. Виноград —  6,8, әфлисун — 3, банан 2,6 процентҡа арзанайған.

Йомортҡаға хаҡ төшкән, уның бер тиҫтәһен 51,10 һумға алырға мөмкин. Был шәхси хужалыҡтарҙа етештереүҙең артыуы менән бәйле.