10 декабрь, Шәмбе

08 июнь 2015 йыл, 13:13

Республикала 17 мең уҡыусы йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия фәндәренән БДИ тапшыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 8 июндә Башҡортостанда 17 мең уҡыусы йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия фәндәренән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә йыл рәттән йәмғиәтте өйрәнеү теләк буйынса имтихан һайлағанда иң популяр фән булып ҡала. Быйыл унда ҡатнашыуға 12,5 мең кеше, химиянан 4,5 мең уҡыусы теркәлгән. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү өсөн төбәктә 105 пункт асылған.

Имтихандар штат режимында уҙғарыла, тип аңлатма бирҙеләр мәғариф ведомствоһында.

Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һынау тапшырыу өсөн уҡыусыларға — 3 сәғәт 55 минут, химияға өс сәғәт ваҡыт бирелгән.

Һөҙөмтәләр 18 июндә билдәле буласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо фәндәрҙән имтихан һөҙөмтәләре аттестат алыуға йоғонто яһамай. Улар юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн мөһим.