5 декабрь, Дүшәмбе

08 июнь 2015 йыл, 12:52

Башҡортостандың күп кенә райондарында һабантуйҙар үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың күп кенә райондарында һабантуйҙар үтте. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәт байрамдары 30 майҙа башланды.

Дәүләкән районындағы һабантуйҙа «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы йылы ҡаршы алдылар. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова байрамдың абруйлы ҡунаҡтарын: летчик-космонавт, Рәсәй Геройы Юрий Батуринды, «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2015» халыҡ-ара акцияһының фоторәссамдар делегацияһын һәм «Берҙәмлек»тә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

Бразилиялылар һәм һиндтар тоҡ менән һуғыш, көйәнтә һәм йомортҡа менән йүгереү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты, африкандар ирекмәндәргә үҙҙәренең бейеүҙәрен өйрәтте. Әлбиттә, бөтә делегациялар ҙа башҡорт тирмәһен ҡараны.

Учалылағы һабантуйға меңдәрсә район халҡы һәм ҡунаҡтар килде. Бында урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы күргәҙмәһе эшләне. Күргәҙмәлә сүкеп эшләнгән әйберҙәр, декоратив плитка, кейем-һалым, шулай уҡ үҙйөрөшлө машиналар һәм ҡорамалдар бар ине.

Концерт майҙансығында театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Йыл һайын үткәрелгән хеҙмәт алдынғылары парады һабантуйҙың иң сағыу ваҡиғаһы булды. Байрамда Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, Шадринск ҡалаһы хакимиәте башлығы Людмила Новикова һәм башҡалар ҡатнашты.

Благовещен районында ойошторолған һабантуйҙа биш майҙансыҡ эшләне. Тәүгеһендә благовещендар һәм ҡунаҡтар Батырҙар майҙанында, Тылсымлы ауылда булды, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмә-йәрминкәһен ҡараны һәм «Бейеү майҙаны» шоу-программаһында ҡатнашты. Ошонда уҡ абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдылар һәм райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр. Хакимиәт башлығы Фәрит Фазылов ун иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһына яҙғы баҫыу эштәре осоронда өлгәшкән күрһәткестәре өсөн аҡсалата сертификат бирҙе. Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ төҙөүгә социаль түләү алыу хоҡуғы биргән таныҡлыҡтар тапшырҙы.

«Урал ынйылары» тип аталған концертта Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, танылған йырсылар Айгөл Әминева, Айтуған Ғәйзуллин, Рөстәм Ғиззәтуллин, шулай уҡ урындағы ижади коллективтар сығыш яһаны.

темалар: һабантуй