Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ғафури районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

6 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ғафури районы Красноусол ауылында уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе аграрийҙарҙы яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы һәм райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

– Ғафури районы – көслө кешеләрҙең тыуған төйәге. Ғафуриҙарҙың тарихы бик бай, тәбиғәте лә ғәжәйеп матур. Бөтә яҡтан да ышаныслы район тип әйтергә була. Мин уның киләсәктә лә шундай булып ҡалыуын теләйем, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Байрамда ижади коллективтар сығыш яһаны, район ауыл хужалығы предприятиеларының тирмәләр күргәҙмәһе һәм төрлө конкурстар ойошторолдо. Республика Башлығы милли көрәш һәм ат ярыштары майҙансығын ҡараны, район халҡы менән аралашты.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть