4 декабрь, Йәкшәмбе

08 июнь 2015 йыл, 10:39

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 5 июндә Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бинаһында граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район халҡы мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.

Өфөлә йәшәүсе һуғыш инвалиды, республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы Александр Никишкин Башҡортостан Башлығына сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡала юлдарында ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итһен өсөн шарттар тыуҙырыуға бәйле хәл хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Өфөлә инвалидтар йөрөй алырлыҡ объекттар күбәйә. Шуға ҡарамаҫтан, тротуарҙан йөрөй торған юлға төшөү урыны юҡ, унда бейек бордюрҙар ҡуйылған. Шуға бәйле Александр Никишкин юлдар, тротуарҙар, йәйәүлеләр үткәүелен төҙөгәндә һәм ремонтлағанда коляскала йөрөүсе инвалидтар, шулай уҡ балалар коляскалары һәм велосипедсылар төшә алырлыҡ урындарҙы күҙ уңында тотоуҙарын үтенде.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, өс-дүрт йыл элек властар ошо мәсьәлә менән шөғөлләнә башланы, һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, 2012-2014 йылдарҙа Өфөлә 800 тротуар участкаһында инвалид коляскаһы өсөн төшөү урыны эшләнгән, 2 250 бордюр түбәнәйтелгән. Әммә йыш ҡына муниципаль властар һәм подрядсылар быға иғтибар итмәй.

– Проектлаусылар һәм юлсылар үҙҙәрен коляскала юлды аша сығыусы йәки балалы ҡатын-ҡыҙҙар урынына ҡуя алмай. Шуға күрә ошо эште башҡарыусыларҙы даими күҙәтергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенең профилле вице-премьерҙарына һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа халыҡтың аҙ хәрәкәтсән төркөмдәре өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхитте тәьмин итеү буйынса хәлде яҡшыртырға, шулай уҡ Александр Никишкиндан проблемалы урындар тураһында хәбәр итеүен һораны.

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Уҡыусылар һәм абитуриенттар өсөн репетиторлыҡ ярҙамы үҙәген булдырыу, Өфөлә кордодром төҙөү, Дәүләкән ҡалаһында һыу тәьминәте системаһын яңыртыу, шулай уҡ Өфө районының Булгаков ауылында һыу менән тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.