Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Республика ғалимдары Рәсәй гуманитар ғилми фондының грантына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәил Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары (етәксеһе — профессор Айһылыу Юнысова) Рәсәй гуманитар ғилми фондының грантына лайыҡ булды. Был аҡсаны улар «Көньяҡ Уралда ислам» геомәғлүмәт системаһы» проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн тотонасаҡ. Проект сиктәрендә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уникаль геомәғлүмәт ресурсы булдырыласаҡ, донъяның теләһә ниндәй мөйөшөндә йәшәүселәр Көньяҡ Уралда исламдың үҫеше хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, тип хәбәр иттеләр институттан.

Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә системаға Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре биләмәләрендәге мәсеттәр, мосолман уҡыу йорттары, диндарҙарҙың ғибәҙәт ҡылыу биналары, мәҙәни үҙәктәр, иҫке мосолман зыяраттары, изге кешеләр күмелгән урындар индереләсәк. Мәғлүмәттәрҙә ғалимдарҙың фәнни аңлатмалары, фотоһүрәттәр һәм тарихи белешмәләр буласаҡ. Артабан геомәғлүмәт системаһын даими яңыртып тороу күҙаллана.

Институтта директор Айһылыу Юнысова етәкселегендә яңы ғилми йүнәлеш — динде өйрәнеү үҫешә. Тикшеренеү һәм музей эшендә мәғлүмәт технологиялары файҙаланыла башланы. Бында тарих, археология, динде өйрәнеү һәм этнография өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәрҙә заманса алымдарҙы әүҙем ҡулланыусы йәш ғалимдар эшләй. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: 3D форматында Археология һәм этнография музейының виртуаль экспозицияһы булдырылды. Уны институттың сайтында күрергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть