Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡаланың Көньяҡ ҡоролмаһынан алынған һыуҙа бер ниндәй ҙә сит ҡушылмалар юҡ — 112-се ҡотҡарыу хеҙмәте

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Ҡаланың «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте» Өфөнөң Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһына фенол эләгеүе тураһында күҙаллауҙарҙы кире ҡаҡты. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә шундай хәбәр таралғайны.

«Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһында хәүефле матдәләрҙе алдан билдәләй алыусы датчиктар ҡуйылған, инженерлыҡ селтәрҙәре эшләй. Бөгөн алынған һыуҙа сит ҡушылмалар юҡ. Ҡала ташҡынды имен-аман үткәреп ебәрҙе, әле яуған ямғырҙар бер ниндәй ҙә зыян килтерә алмай», — тип аңлатма бирҙе 112-се ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәре Яна Калинина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть