4 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2015 йыл, 17:44

Башҡорт драма театрының билдәле актеры Хәмит Яруллин вафат булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры актеры Хәмит Яруллин вафат булды.

Актерҙы тыуған төйәгендә — Салауат районының Ахун ауылында ерләйәсәктәр.

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин 1935 йылда донъяға килгән. В.А.Луначарский исемендәге дәүләт театр институтын тамамлағас, 1959 йылдан бирле М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән.

Йәш артистың тәүге ролдәренән үк театрға сағыу, үҙенсәлекле, яҡшы әҙерлекле, матур тауышлы актерҙың килеүе күренә. Ошо сифаттары уға труппала лайыҡлы урын яуларға мөмкинлек бирә.

И.Йомағоловтың «Нәркәс», С.Латиповтың «Көнләш, Америка, көнләш!», А.Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», М.Кәримдең «Салауат», Ғ.Шафиҡовтың «Аттила», Т.Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» һәм башҡа авторҙарҙың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә башҡарған ролдәрен тамашасылар бик йылы ҡабул итә. Хәмит Яруллин ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙең уңышы актерҙың оҫта уйнауына, һәр ролде сағыу буяуҙар һәм ҡабатланмаҫ интонациялар менән байыта белеүенә бәйләнгән.

Хәмит Ғатаулла улы кинематографияла ла үҙен һынап ҡараны. Ул «Алтын атлы һыбайлы», «Ауыл өҫтөндәге йәйғор» фильмдарында онотолмаҫ образдар тыуҙырҙы. Шулай уҡ «Кинйә», «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Өмөт» телефильмдарында төштө. Хәмит Яруллин Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәләрендә М.Аҡмулла, К.Тинчурин, С.Айтматов әҫәрҙәре буйынса бер нисә спектакль ҡуйҙы.

темалар: юғалтыуҙар