11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2015 йыл, 16:53

Башҡортостан юлдаш телеканалында хоккей уйындары комментаторына конкурс иғлан ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан юлдаш телеканалы «Халыҡ комментаторы» конкурсын иғлан итә. Унда 18 йәштән өлкән һәр кеше ҡатнаша ала.

Бәйге шарттары буйынса, телеканалдың рәсми сайтында анкета тултырырға, хоккей уйындарына аңлатма бирергә һәм ошо яҙманы ҡалдырырға кәрәк.

Махсус комиссия иң яҡшы комментаторҙарҙы һайлап аласаҡ. Финалсыларҙы федераль спорт каналдары вәкилдәре ҡараясаҡ. Еңеүселәр июль аҙағында «Салауат Юлаев» кубогына үтәсәк матчтарға комментарий биреүҙә ҡатнаша.

«Ғаризалар ҡабул итеү 15 июлдә тамамлана. Һәр кем республикалағы төп каналдың комментаторы була ала», — тип билдәләне Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина.