Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Ямал — Волга буйы» проекты эшкәртеүсе заводтар селтәрен булдырыуҙы күҙ уңында тота — Михаил Бабич

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

«Ямал — Волга буйы» проекты углеводород ташыуҙы ғына түгел, шулай уҡ эшкәртеүсе ҡеүәттәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Был Рәсәйгә донъяның нефть химияһы продукцияһы баҙарында конкуренция алып барырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләнде проектты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. Кәңәшмә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә үтте. Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Татарстан президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Кобылкин, илдең энергетика министры урынбаҫары Кирилл Молодцов, предприятие вәкилдәре, «Ямал — Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге булды, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте.

Кәңәшмәлә проекттың хәҙерге статусы һәм уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Әлеге мәлгә ҙур әҙерлек эштәре башҡарылған: сеймал менән тәьмин итеүселәр һәм уны эшкәртеүселәр менән һөйләшелгән, проекттың финанс-иҡтисади һәм технологик параметрҙары билдәләнгән.

2012 йылдың майында Өфөлә «Ҙур химия» форумында Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында Ямал — Волга буйы маршруты буйынса нефть химияһы өсөн углеводород сеймалы ташыу өлкәһендәге ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. 2013 йылдың 30 ғинуарында проектты тормошҡа ашырыу өсөн 45 миллион һум күләмендәге устав капиталы менән «Ямал — Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырылды. Уның ойоштороусылары — «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (акцияларҙың 33,3 проценты), «Ямал» инновация-инвестиция фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (33,3) һәм «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (33,4).

Проектты ғәмәлгә ашырыуға күп аҡса талап ителеүгә бәйле бөгөнгө көндә проект тотҡарлана. Rupec хәбәр итеүенсә, консорциум ойошторолған ваҡытта проекттың хаҡы 80-120 миллиард һумға баһаланған. Рәсәйҙең Энергетика министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер ул 427,3 миллиард һумға еткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть