Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә йәшәү минимумы 9662 һум күләмендә билдәләнгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2015 йылдың I кварталында Рәсәйҙәге йәшәү минимумы дәүмәле айына 9662 һум күләмендә билдәләнгән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 10 404 һум, пенсионерҙар өсөн – 7916, балалар өсөн 9489 һумға тиң. Тейешле Ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.

2014 йылдың IV кварталы менән сағыштырғанда, 2015 йылдың I кварталында эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләме 17,1 процентҡа, пенсионерҙар өсөн — 16,7, балалар өсөн 20,1 процентҡа артҡан.

Йәшәү минимумын билдәләү социаль сәйәсәт һәм федераль социаль программаларҙы әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда ил халҡының тормош кимәлен баһалау, федераль кимәлдә билдәләнеүсе хеҙмәт хаҡы, стипендия, пособие һәм башҡа социаль түләүҙәрҙең минималь күләмен нигеҙләү, шулай уҡ федераль бюджетты булдырыу өсөн кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть