Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Ҡурай» телеканалының мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымтаһы барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Ҡурай» телеканалының мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымтаһы барлыҡҡа килде. Башҡортостан юлдаш каналында «Йома» тапшырыуын яҙҙырғанда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин ҡушымтаға фатиха бирҙе. Хәҙер телеканалды донъяның теләһә ниндәй мөйөшөндә ҡарарға була, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина.

«Һәр халыҡ өсөн мәҙәни мираҫты һаҡлау мөһим, әммә йәш быуында туған телгә һәм йолаларға һөйөү уятыу беренсе урында тора. Бының өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Был башҡорт теле һәм уның мәҙәниәте үҫешенә өлөш индереү. «Ҡурай» каналының ҡушымтаһына фатиха бирәбеҙ һәм телерадиокомпанияның дөрөҫ үҫеш йүнәлешен билдәләүенә ышанабыҙ — халыҡҡа, уның йәшәү шарттарына яҡыныраҡ булырға кәрәк», — тине Юғары мөфтөй.

«Ҡурай» телеканалының ҡушымтаһын ios һәм android операцион системаларында бөтә мобиль ҡоролмаларға күсерергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть