4 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2015 йыл, 10:55

Төбәктең «Интеллум» командаһы «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» донъя рейтингының тәүге йөҙ иҫәбенә инде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уйын технологиялары республика ассоциацияһының «Интеллум» командаһы «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйындарының бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара майҙансыҡтарында  уңышлы сығыш яһаны. Тәүҙә команда Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына юлланды. Бәйге 2001 йылдан бирле ойошторола, ошо йылдар эсендә Өфө дүрт тапҡыр ғына турнирға һайлап алыуҙы үтте. Был юлы өфөләр 74 команда араһында 32-се урынды яуланы.

Рәсәй чемпионатынан һуң Санкт-Петербург интеллектуаль клубының 15 йыллығына арнап үткәрелгән интеллектуаль уйындар фестивалендә Башҡортостан менән легендар Максим Поташевтың командалары өсөнсө урынды бүлеште.

Санкт-Петербургта сығыш яһағас, «Интеллум» Молдоваға, «Знатокиада 2015» уйындарына юл тотто. Илдәрҙең Олимпия кубогында өфөләр Израилдең йыйылма командаһы менән 11-се урынға лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙ «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынсыһы Григорий Алхазов етәкләгән Молдова йыйылма командаһын, шулай уҡ Белоруссия, Румыния, Болгария һәм Грузия йыйылмаларын артта ҡалдырҙы.

Уңышлы сығыш яһау «Интеллум» командаһына «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» донъя рейтингының тәүге йөҙ иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе. Хәҙер унда 24 000 ашыу команда иҫәпләнә. Быға тиклем Өфөнөң бер командаһы ла донъяның абруйлы тәүге йөҙ командаһы исемлегенә эләкмәне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондынан.